+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Ғинуар 2020, 17:40

Ете йәшкә тиклемге балаларға - пособие

Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында хәҙер өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булғандар ҙа айлыҡ пособие аласаҡ.

Бөгөн Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен иғлан итә һәм уның иң мөһим темаһы демографияға арналды.
Шулай балалы ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында хәҙер өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булғандар ҙә айлыҡ пособие аласаҡ. Был ғаиләнең килеме бер кешегә йәшәү минимумынан түбән булғандарға ҡағыла.
“Был түләүҙәрҙе 2020 йылдың 1 ғинуарынан ала башлаясаҡтар”, – тине Владимир Путин.
Президент белдереүенсә, бындай түләүҙе алыу өсөн ғариза биреү ҙә етә, процедура максималь еңел булырға тейеш.
Беренсе этапта был түләүҙәрҙең кимәле 5,5 мең һум буласаҡ. Ә киләсәктә уны йәшәү минимумына – 11 мең һумға еткереү ҡарала.
Читайте нас: