Әлеге ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай. Ул сығышын ил өсөн иң мөһим проблема менән башланы. Был – демография. Ғаиләләр өсөн бик күп һәм яҡшы яңылыҡтар әйтелде. Шулай итеп хәҙер “Әсәлек капиталы” беренсе балаға ла бирелә башлаясаҡ! Уның күләме индексациянан һуң быйыл 466 мең тәшкил итә. Бына исмаһам яңылыҡ!
Ә бына икенсе балаһы тыуған ғаиләләр өсөн “әсәлек капиталы” күләме арта. Ул 616 мең 617 һум тәшкил итәсәк. Өсөнсө бала тапҡандар ҙа мәхрүм ҡалмаясаҡ: бындай ғаиләнең ипотекаһының 450 мең һумы ҡапланасаҡ. Күренеүенсә, балалы ғаиләләр өсөн бик ҙур ярҙам саралары күрелде.