+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Ғинуар 2020, 12:33

Тупаҡ мәктәбе ҡасан асылыр?

Белеүегеҙсә, Тупаҡта мәктәп төҙөү — «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект» программаһы сиктәрендә 2018 йылда башланғайны.

Белеүегеҙсә, Тупаҡта мәктәп төҙөү — «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект» программаһы сиктәрендә 2018 йылда башланғайны. Бында 120 уҡыусыға иҫәпләнгән белем усағы һәм 60 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы булдырыу планға алынғайны.

Тендерҙы баш ҡаланың «Прогресс» компаниялар төркөмө отто. Проектҡа ярашлы, төҙөлөштө тамамлау уҙған йылдың авгусына билдәләнгәйне... Төҙөлөш бик әүҙем генә барҙы, был турала беҙҙең гәзит биттәрендә йыш ҡына репортаждар баҫылып торҙо. Төҙөлөштө тиҙләтеү маҡсатында ойошма иғлан биреп, төрлө яҡтан эшселәр ҙә йәлеп итеп ҡараны. Район хакимиәте өҫтәмә техника, эшсе көстәр менән ярҙам итте. Ауыл халҡы, уҡытыусылар, тәрбиәселәр коллективтары, өлкән класс уҡыусылары өмәгә сыҡты, райондың башҡа мәктәптәре хеҙмәткәрҙәре, тренерҙар ҙа аҙ ярҙам итмәне.

Тик яңы уҡыу йылына, шунан Республика көнөнә күҙ төбәп, ана асыла, бына асыла тип көткән белем усағының ишеге һаман ябыҡ булғас, Тупаҡ ауылы балалары йүнләп йылытылмаған, ҡараңғы мәсет һәм клубта уҡырға мәжбүр. Ата-әсәләрҙең түҙемлеге ахырына етеп, улар заманса мәктәптең асылыуын талап итеп, йыйылыш уҙғарырға хәл итте.

Тупаҡтарҙың аһ-зарына район етәкселеге битараф түгел, әлбиттә. Район башлығы Илдар Нафиҡов тәүҙә подряд ойошмаһы вәкилдәре менән һөйләшеп, мәсьәләгә аныҡлыҡ индергәс, урындағы халыҡ менән осрашыуға килде. Йыйылыш яңы мәктәптең акттар залында үтте. Подряд ойошмаһы вәкилдәре менән бинаның эшләнеп бөтмәгән урындары, етешһеҙлектәре лә ҡаралды.

— Ике йыл эсендә ғәйәт ҙур эш башҡарылыуға ҡарамаҫтан, үкенескә ҡаршы, объект һаман да әҙер түгел, — тине Илдар Таһир улы Тупаҡ ауылы халҡы менән осрашыуҙа. — Подряд ойошмаһы вәкилдәре менән аныҡ һөйләшеү булды һәм беҙ уларҙың хеҙмәтенән баш тартырға ҡарар иттек. Тейешле эште ваҡытында башҡармаған төҙөүселәр кәрәкмәй беҙгә. Кәңәш итеп, үҙебеҙҙең көс менән ремонт эштәрен тамамларға хәл ителде. Бинаны тикшереү янғын хәүефһеҙлеге буйынса бер нисә етешһеҙлек булыуын күрһәтте. Балаларҙың хәүефһеҙлеге тәүге урында — шуға янғын сигнализацияһы системаһын урын-еренә еткереү зарур. Бынан тыш гардероб бүлмәһен үҙгәртеп ҡороу талап ителә. Ошо һәм башҡа мөһим эштәрҙе район төҙөлөш тармағында танылыу яулаған ойошмалар — «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» ЯСЙ-һы (Ә. Тутаев), Й. Баймырҙин һәм Н. Әбдрәхимов шәхси предприятиелары, тамамлап ҡуясаҡ. 21 – 22 ғинуарҙа белем биреү учреждениеһының әҙерлеген тикшереүсе махсус комиссия килә — тимәк, ошо ваҡытҡа әҙер булырға тейешбеҙ. Тағы әҙ генә сабыр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Ата-әсәләр мәктәптә интернет кәрәклеген дә әйтте һәм ваҡытлыса уҡыу урыны булған клубтың һыуыҡлығын билдәләне. И. Нафиҡов бинаны өҫтәмә йылытыу сараһы күреләсәге хаҡында белдерҙе.

Р. ДАУЫТОВА.


Читайте нас: