Президент Владимир Путин 31 июлгә тиклем Рәсәй ҡануниәтенә Әсәлек капиталына ғаризаны ҡарау ваҡытын ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр индерергә ҡушты. Уны үтәү өсөн яуаплы итеп Премьер-министр Михаил Мишустин тәғәйенләнде. Билдәле булыуынса, Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә беренсе балаға ла Әсәлек капиталы булдырырға тәҡдим иткәйне. Уның әйтеүенсә, яңы ҡағиҙә 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инергә тейеш. Шулай уҡ был программа 2026 йылға тиклем оҙайтыла. Ә тәүге балаға Әсәлек капиталын март-апрель айҙарында уҡ түләй башларға ниәтләйҙәр.