+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
30 Ғинуар 2020, 14:13

Сүп-сар сығарыуға килешеүҙәр төҙөлдө

Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенең ултырыштар залында райондың ойошма-предприятие-учреждениелары етәкселәре, шәхси эшҡыуарҙарҙың “Эко-Сити” төбәк операторы вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмәһе үтте.#национальныепроекты#нацпроектыБашкортостан

Бында һөйләшеү төбәк операторының юридик шәхестәр менән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарыуға килешеүҙәр төҙөү мәсьәләләре күтәрелде. Әлбиттә, ҡалдыҡтарҙы сығарыуға яуаплы булған “Эко-Сити” вәкилдәренә сүп-сар сығарыу эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерелгән сығыштар күп булды. Операторҙың абонент хеҙмәте начальнигы Олга Ушакова күтәрелгән һорауҙарға мөмкин тиклем яуап бирергә тырышты, урында хәл итеп булмаған мөрәжәғәттәрҙе яҙып алып, улар буйынса яҙма яуап бирергә вәғәҙәләне.
Читайте нас: