+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
31 Ғинуар 2020, 10:50

Сибайҙа сүп-сар эшкәртеү заводы төҙөләсәк

Дәүләт Думаһы депутаты, “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыусы төркөмдөң етәксеһе Зариф Байғусҡаров белдереүенсә, яңы завод республикала ҡалдыҡһыҙ технологиялар менән эшләүсе тәүге предприятие буласаҡ. #национальныепроекты#нацпроектыБашкортостан

Министрлыҡ, ведомство вәкилдәре һәм төрлө кимәлдәге депутаттар ҡатнашлығында үткән “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмәлә һүҙ сүплектәрҙе бөтөрөү, сүп-сарҙы эшкәртеүсе комплекстар тураһында барҙы. Шулай уҡ башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһе лә ҡаралды.
- Үткән йылдың ноябрендә беҙ эшсе төркөм менән Түбәнге Новгород ҡалаһында булдыҡ һәм унда сүп-сарҙы айырым һәм эшкәртеү буйынса ике заводтың эшмәкәрлеге менән таныштыҡ. Предприятиелар сит ил ҡоролмалары менән йыһазландырылған, тәүлек әйләнәһенә эшләй. Автоматлаштырылған эш барышын ике кеше генә күҙәтеү аҫтында тота, - тип таныштырҙы Зариф Байғусҡаров.
Дәүләт Думаһы депутаты, “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыусы төркөмдөң етәксеһе Зариф Байғусҡаров белдереүенсә, яңы завод республикала ҡалдыҡһыҙ технологиялар менән эшләүсе тәүге предприятие буласаҡ.

Читайте нас: