+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Февраль 2020, 10:05

Контейнерҙар ҡайҙа булған?

— Һәр район яҡынса өс-дүрт ярым миллион һум аҡса алған. Бер контейнерҙың хаҡы уртаса 50-100 мең һум, был аҡсаға күпме эш атҡарып булыуын күҙалларға мөмкин, — тип аңлатты торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә райондарҙағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн тәғәйенләнгән контейнер майҙансыҡтарына ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
– Райондарҙа хәл төрлөсә, тик күбеһенсә, әллә ни яҡшынан түгел. Контейнерҙар өсөн республика ҡаҙнаһынан етерлек аҡса бүленде. Яңыраҡ эш сәфәре менән Миәкә районында булдым. Контейнерҙар буйынса барыһы ла тейешенсә ойошторолған, майҙансыҡтар кәртәләнгән, техника һәм кешеләр өсөн ҡапҡалар бар. Бына бит кемдер эшләй алған, ә ҡайһы бер муниципалитеттар юҡ? Аҡса бит барыһына ла бүленә. Тимәк проблеманың осона сығырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров һәм контейнер майҙансыҡтары эшләү өсөн бүленгән финанс сараларының ҡайҙа тотонолоуын асыҡларға ҡушты.
Уҙған йылда республика ҡаҙнаһынан 173,6 миллион һум аҡса бүленгән, быйыл да шул тиклем финанс бүленәсәк тип күҙаллана.

Читайте нас: