Сочи ҡалаһында 12-14 февралдә уҙасаҡ Рәсәй инвестиция форумы күсерелде.
Инвестиция форумы күсерелеүе хаҡында Хөкүмәттең Премьер-министры Михаил Мишустин оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
— Форумды ойоштороусылар менән кәңәшләшкәс, көнөн билдәләйсәкбеҙ, — тигән Премьер-министр.
Төп сәбәп — короновирус хәүефе. Сөнки сараға килеүселәр араһында был сир асыҡланған илдәрҙән вәкилдәр күп. Шуға күрә, форумдың ваҡытын алға күсерҙеләр. Әйткәндәй, 4000 кеше форумға килеүгә теркәлгән, уларҙың 500-ө сит илдәрҙән.