Эпидемияға ҡаршы санитар комиссияның ултырышы уҙҙы. Көн ҡаҙығына сығарылған төп темала коронавирус инфекцияһы буйынса эпидемиологик хәл, районда уның таралыуына юл ҡуймау мәсьәләһе ҡаралды.
Комиссия рәйесе, район башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов үлем осраҡтары ла булған инфекцияның таралыуы буйынса һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса вирус менән 17391 кеше зарарланған, уларҙың 17238-е — Ҡытай халҡы. Ҡытайҙарҙан тыш, тағы ла 153 осраҡ 20-нән ашыу илдә раҫланған. Ҡытайҙың һаулыҡ һаҡлау буйынса милли комиссияһы хәбәр итеүенсә, 20438 кешелә ауырыу раҫланған, башҡа илдәрҙәгеләр менән бергә инфекция йоҡтороусылар һаны 20623 кешегә еткән, 427 кеше вафат булған. Рәсәйҙә ике осраҡ теркәлгән: береһе Төмән өлкәһендә булһа, икенсеһе Байкал аръяғында. Сирле кешеләрҙең икеһе лә — Ҡытай граждандары. Уларҙың хәле тотороҡло тип баһалана. Роспотребнадзор белдереүенсә, сирҙең Рәсәйгә таралыу ҡурҡынысы юҡ.
Үҙәк район дауаханаһынан баш табип урынбаҫары Г. Ф. Хәлилова инфекцияның сирлеләрҙә киҫкен тын етмәү ҡурҡынысын тыуҙырыуы менән хәүефле булыуын билдәләне.
— Яңы вирус өйрәнелмәгән, уны дауалау тактикаһы эшләнеп еткерелмәүе арҡаһында тиҙ арала пневмонияға илткән эҙемтәһе күп кешеләрҙең ғүмерен өҙҙө. Ошо көндәрҙә беҙ дауалау схемалары менән күрһәтмәләр алдыҡ. Районға коронавирус янамай, тип тынысланырға иртәрәк. Һәр хәлдә һаҡланыу, профилактика мөһим. Сөнки хәҙер халыҡ күпләп сит илдәрҙә ял итә, курорт төбәгенә икенсе тарафтарҙан килеүселәр ағымы көслө. Өҫтәүенә, Йәнгел ауыл биләмәһендә төҙөлөүсе заводта Ҡытайҙан эшселәр бар. Улар яңыраҡ тыуған яғына Яңы йыл ҡаршыларға ҡайтып килде. Уларҙың сәләмәтлек хәлен урындағы фельдшер күҙәтеп тора. Тағы ла миҙгелле киҙеү эпидемияһы — киҫкен респираторлы вируслы инфекцияһы башланды. Республикала киҙеү тейҙереүселәр һаны, һуңғы мәүлүмәттәр буйынса, 27469 кешегә етте, уларҙың яҡынса 70 проценты — балалар. Көндәрҙең йылы тороуы инфекцияның көсәйеүенә булышлыҡ итә. Шуға күрә халыҡҡа ығы-зығыға бирелмәҫкә кәрәк. Райондың бөтә медицина ойошмаларында ла коронавирус эпидемияһына ҡаршы профилактик саралар үткәрелә. Бер-бер хәл була ҡалһа, улар ауырыуҙарҙы ҡабул итеүгә әҙер, бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре лә махсус уҡыуҙар үтте. Медиктар шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителде, инфекция бүлексәһендә сирлеләрҙе ҡабул итеү маҡсатында айырым бокс әҙерләнде, кәрәкле дауалау препараттары һатып алынды, — тине Гөлфиә Фәнил ҡыҙы.
Район эске эштәр бүлеге начальнигы И. Ҡ. Макаев һауа юлдары аша район биләмәһенә аяҡ баҫыусы граждандар буйынса контролде көсәйтеү, аэропортта санитар-карантин режим индереү зарурлығын әйтте. Шулай уҡ хәүеф менән янаған урындарҙың береһе булған завод буйынса уның етәкселеге менән осрашып һөйләшеү мөһим, илдәренә ҡайтып килгән сит ил граждандарын ваҡытлыса изоляциялау буйынса ниндәй саралары күрелеүен комиссия менән барып ҡарарға кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе Илнур Ҡылысбай улы.
Фекерҙәрҙе һәм тәҡдимдәрҙе тыңлағандан һуң комиссия эпидемияға ҡаршы профилактик сараларҙы ойоштороу планын раҫланы. Халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа дезинфекция режимын көсәйтеү, үҙәк дауахананың вирус эпидемияһына әҙерлеген тәьмин итеү, кәрәк булғанда медицина ойошмаларын эпидемияға ҡаршы режимға күсереү, дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәрҙе ныҡ итеп тикшереү, завод биләмәһендә комиссия-ның күсмә ултырышын уҙғарыу ҡарар ителде.