-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
14 Февраль 2020, 11:45

Дәүләт ярҙам итә

Һыйыр һатып алыр булһағыҙ, 50 мең һум аҡсаға иҫәп тотоғоҙ. Был һеҙҙең тәүге һыйыр түгел икән, фермер булараҡ теркәлеп, ҡурағыҙҙы тағы тулыландырыр өсөн 100 мең һум алырға мөмкин.

“Айырым кешенең тормошон туранан-тура яҡшы яҡҡа үҙгәртерҙәй дәүләт программалары барлығын күптәр белмәй, - тип хәбәр итә үҙенең “Бәйләнештә” төркөмөндә республика Башлығы Радий Хәбиров. - Мәҫәлән, быйыл мохтаждарға адреслы ярҙам программаһын финанслауҙы 10 тапҡырға, йәғни 426,8 миллион һумға тиклем арттырғанды һеҙ ишеттегеҙме әле? Ярҙамды эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған (шул иҫәптән үҙмәшғүлдәр), шәхси хужалыҡ алып барған йәки яңы һөнәр алырға теләгән аҙ килемле ғаиләләр, яңғыҙы йәшәгән граждандар алыу хоҡуғына әйә. Тағы программа буйынса ошо уҡ категория кешеләрҙең уҡыған ваҡытта, эш эҙләгәндә ай һайын 10-ар мең һум аҡса алыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, һеҙ бөҙрәхана асырға теләйһегеҙ икән – республика кәрәкле ҡорамал алыу өсөн 100 мең һум аҡса менән ярҙам итә. Һыйыр һатып алыр булһағыҙ – 50 мең һум аҡсаға иҫәп тотоғоҙ. Был һеҙҙең тәүге һыйыр түгел икән, фермер булараҡ теркәлеп, ҡурағыҙҙы тағы тулыландырыр өсөн 100 мең һум алырға була. Республика бюджеты иҫәбенә теләгән йәштә кәрәкле һөнәр алыу ҙа яҡшы. Бының өсөн уҡыу мәлендә ай һайын 30-ар мең һум аҡса бүләбеҙ. Былар барыһы ла үрҙә телгә алған категория кешеләренә ҡағыла. Һәр дәүләт программаһының үҙ нескәлектәре бар. Улар хаҡында 24 февралдән һуң социаль яҡлау филиалдарында, күп функциялы йәки “Ғаилә” район-ара үҙәктәрҙә тәфсирләп аңлатасаҡтар. Унда шулай уҡ түләүҙәргә документтар тултырырға булышасаҡтар һәм кәңәш менән ярҙам итәсәктәр. Уңыштар!”
Читайте нас: