Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә күтәрелгән тағы бер мөһим тема – быйыл урамдарҙы яҡтыртыуға арналды. Был маҡсатта 333 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, был аҡсаны 15590 яҡтыртҡысты алмаштырыу һәм ҡуйыу өсөн тотонасаҡтар.
Был ҡарар үткән йыл тәжрибәһенән сығып ҡабул ителгән. Күп биләмәләрҙә яҡтыртҡыстар ҡуйыу буйынса план арттырып үтәлһә лә, ҡайһы бер төбәктәрҙә был эш тейешенсә үтәлмәгән.
Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса, 19 сентябрҙән алып яҡтыртҡыстар сифатын тикшергәнсе подрядсыларға аҡса түләнмәй. Сифатһыҙ яҡтыртыу системаһын ҡуйыу факттары буйынса муниципалитеттар дәғүә белдереү эшен башлаған.
– Ниндәй муниципалитеттар бындай эш башлаған, мәғлүмәт йыйығыҙ. Мин был хәлде бик төптән өйрәнергә теләйем, – тине Радий Фәрит улы. – Ике әйбер миндә ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы: ул контейнер майҙансыҡтарын һәм яҡтыртҡыстар ҡуйыу. “Ҡыҙыл зона”лағы райондарҙы күргәс, уларға башҡа аҡса бирмәҫкә булдым. Тик һеҙҙең яуапһыҙлығығыҙ арҡаһында халыҡ ыҙаларға тейеш түгел бит. Һеҙгә вазифағыҙҙы ҡалдырыу ҡулайлыраҡ буласаҡ.
Радий Хәбиров подрядсыларға сифатһыҙ эше өсөн түләгән хакимиәт башлыҡтарынан аңлатма ҡағыҙы талап итте.