Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов белдереүенсә, республикала былтыр муниципалитеттар көсө менән 2 918 рөхсәтһеҙ сүплектең 414-е генә юҡ ителгән. Республикалағы законһыҙ сүп-сар өйөмдәренең дөйөм майҙаны 2 301 гектар тәшкил итә.
Министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, сүплектәрҙе тиҙерәк юҡ итеү өсөн аҡса етешмәй. Бындай сүплектәрҙе юҡ итеүҙең төп ысулы – уларҙы эреләтеү. Йәғни бәләкәй сүплектәге ҡалдыҡтар ҙурыраҡтарына күсерелә.
Әлеге ваҡытта Экология министрлығы муниципалитеттарға законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөүгә бәйле дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү буйынса күрше төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнә.
Республиканың тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу объекттары дәүләт реестрында сүп-сар күмелгән 34 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигоны иҫәпләнә.
Эштәр “Экология” милли проекты сиктәрендә лә башҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект үҙ эсенә 11 федераль проектты ала.