+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Март 2020, 11:50

Сүп-сарҙан, ниһайәт, ҡотолабыҙ шикелле...

Республикала Испания инвесторы сүп-сарҙы сорттарға айырыу заводын төҙөргә ниәтләй.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Испанияның ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса Urbaser операторы Башҡортостанды сүп-сарҙы сорттарға айырыу заводы төҙөү өсөн майҙансыҡ булараҡ ҡарай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһынан.
Urbaser ҡалдыҡтар баҙарында 27 илдә тиерлек эшләй һәм Европа баҙарында лидерҙарҙың береһе булып тора.
«Урбасер Рус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәренә ике майҙансыҡ тәҡдим ителде. Майҙансыҡтар буйынса тапшырылған мәғлүмәттәр нигеҙендә компания буласаҡ объект буйынса иҫәпләүҙәр башҡара һәм йыл дауамында республика башлығы ҡатнашлығындағы «Инвестиция сәғәте»ндә проект менән таныштыра.
Хәҙер властар был проблеманы Благовещен янында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөү юлы менән хәл итергә тырыша, әммә халыҡ быға ҡаршы, улар экологияға кире тәьҫир итер тип хәүефләнә. 2018 йылда «Регион-капитал» компанияһы ошо майҙансыҡта ҡеүәте йылына 400 мең тоннанан ашыу тәшкил иткән сүп-сар заводын төҙөүгә бәйле инвестиция проекты менән сығыш яһаны.
#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: