+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
13 Март 2020, 12:33

Яңы ФАП та кәрәк, балалар баҡсаһы ла...

Районда халыҡ йыйындары башланды. Рауил биләмәһендә йәшәүселәр менән осрашыуға район Советы секретары Булат Исламбаев етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө сыҡты.

Районда халыҡ йыйындары башланды. Рауил биләмәһендә йәшәүселәр менән осрашыуға район Советы секретары Булат Исламбаев етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө сыҡты. Урындағы биләмә башлығы Абдулхаҡ Солтанов йыл дауамында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны. Исҡужа, Тәпән, Рауил һәм Дәүләтша ауылдары халҡы үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы еткерҙе.
— 2019 йылда биләмә бюджетына 7533785 һум аҡса инде. Беҙҙең Рауил ауыл советы районда берҙән-бер үҙ-үҙен финанслаған биләмә. Ҡаҙна тулыландырыу планы былтыр 113,4 процентҡа үтәлде, — тине Абдулхаҡ Исмәғил улы. — Сығымдарға килгәндә, юлдарҙы төҙөкләндереүгә 99500 һум, урамдарҙы яҡтыртыуға 163000 һум, янғын һүндереү депоһын сафта тотоуға 292700 һум тотонолдо. Төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды: Исҡужала урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты ярҙамында зыярат кәртәләнде, Дәүләтша, Тәпәндә балаларға уйын майҙансыҡтары ҡуйылды. Ишҡолда «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы аша заманса ял паркы асылды. «Аныҡ эштәр» проекты буйынса Рауилда спорт залы, Ишҡол медпунктының ҡыйығы алыштырылды, белем усағында мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн төркөм капиталь ремонтланды. Дәүләтшала «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте. Ауыл халҡы йорт-ҡураларын матурлап буяп, төҙөкләндереп байрамға ихлас әҙерләнде. Биләмә ауылдарында зыяраттар тулыһынса ремонтланды. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары биш ауылда ла уңышлы эшләй.
Биләмә башлығы демография күрһәткестәренә айырым туҡталды.
— Биш ауылды үҙ эсенә алған биләмәлә бөтәһе 2616 кеше иҫәпләнә: эшкә яраҡлы йәштәгеләр — 1510, мәктәпкә тиклемге йәштәге балалар — 79 (балалар баҡсаһына йөрөүселәр 40), 7-18 йәшлек балалар — 472, 460 пенсионер. Тыуым буйынса күрһәткестәр насарҙан түгел: 2019 йылда 16 бала донъяға килгән. Шунса кеше үлгән, суицид осрағы юҡ. Балаларын тейешенсә тәрбиәләмәгән 7 ата-әсә иҫәптә тора һәм улар даими конролдә.
Ауылдарҙа старосталар биләмә башлығының уң ҡулы. Төҙөкләндереү өмәләре, байрамдарға әҙерлек, көтөүҙе контролдә тотоу, көтөүселәргә аҡса йыйыу мәсьәләләрендә уларҙың ярҙамы ҙур. А. Солтанов Тәпән һәм Ишҡол ауылы старосталары Әкрәм Рәхмәтуллин менән Ишбулат Кейекбаевты айырым билдәләп үтте.
Ауыл биләмәһендә өс фермерлыҡ хужалығы бар: Рөстәм Махийәнов, Венер Мансуров, Вәзир Әбдрәхимов ауылдаштары тормошона битараф түгел. Эшҡыуарҙар ҙа төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Илгиз Солтанов, Гөлйөҙөм Әсәҙуллина, Әнүзә Адылова, Сәғәҙәт Баһаув, Рушан Ишбулатов, Дим Зекрин, Әлиә Хәсәнова, Рәмис Вәлиев, Нәзилә Маликова, Мәрйәм Махийәнова, Раян Ҡадиров, Айбулат Фәттәхов һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
— Биләмәләге йәмәғәт ойошмалары хеҙмәтен ыңғай яҡтан баһалар инем. Ҡатын-ҡыҙҙар советтары, бигерәк тә Айһылыу Мөхәмәтдинова етәкләгән Ишҡол ауылы ойошмаһы әүҙем эшләне. Улар һәр саҡ ауыл советы үткәргән сараларҙың үҙәгендә булды. Гөлсәсәк Вәлиева етәкселегендәге ағинәйҙәр ҡоро уңышлы эшләп килә, — тине биләмә башлығы. — Ветерандар советы рәйесе Әҙеһәм Йәрмөхәмәтовтың эше лә маҡтауға лайыҡ.
— Әлбиттә, уңыштар менән бер рәттән етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Беҙҙең алда йәштәрҙе йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кәметеү, тәрбиә эшенә битараф ата-әсәләр өсөн профилактик саралар үткәреү һәм башҡа бихисап эштәр тора. Ә быларҙы ауыл активы менән берҙәм тартһаҡ ҡына атҡарып сығырбыҙ. Эскелеккә ҡаршы көрәш проблемаһы иң көнүҙәк булып ҡала, — тип белдерҙе Абдулхаҡ Исмәғил улы. — Шулай уҡ хәҙерге заманда мәғлүмәтһеҙ йәшәү мөмкин түгел. Биләмә халҡы телефон, интернет мөмкинлектәрен файҙалана алмауы һәйбәт түгел.
«Ашығыс ярҙам» бүлексәһенең өлкән фельдшеры Гөлнара Латипова район ВИЧ буйынса тәүге урынға сығыуы, һәр ауылда был ҡурҡыныс сир йөрөтөүсе барлығы хаҡында һөйләне. Диспансеризация үтеүҙән ситтә ҡалмаҫҡа саҡырҙы. Коронавирусҡа бәйле һорау биреүселәргә был ауырыу беҙгә килеп етмәүен, хәүефләнергә урын булмауын белдерҙе. Ул шулай уҡ «Ашығыс ярҙам» саҡырған осраҡта, фельдшерҙы ҡаршы алыу, эттәрҙе бәйләү кәрәклеген билдәләне.
Рауилдар йыйында үҙҙәрен күптән борсоған проблеманы күтәрмәй ҡалманы.
— Асҡар балалар йортон күсергәндә һеҙгә баҡса төҙөйбөҙ тип вәғәҙә бирҙеләр. Өсөнсө йыл көтәбеҙ, балалар һаны ла йылдан-йыл арта. Балалар баҡсаһы түгел, һаман нигеҙе лә юҡ, — тиеште ауыл халҡы.
Ауылдың уртаһынан уҙған оло юлға ҡаршылыҡтар һыҙаты һалыу, бағаналарға лампалар ҡуйыу, кәрәҙле бәйләнеш булдырыу кеүек мәсьәләләр хаҡында ла һүҙ булды. Йыйында бер юлы сүп контейнерҙары урынлаштырыласаҡ майҙансыҡтарҙы ҡайһы урамдарға ҡуйыу хәл ителде.
Исҡужаларҙың ер пайҙарына ҡағылышлы һорауҙарына «Урал аръяғы» МТС-ы филиалы агрономы Филат Харрасов яуап бирҙе. Ул шулай уҡ тиҙҙән яҙғы сәсеү эштәре башланыуы, уға тиклем пай хужаларының ҡуртым килешеүҙәре әҙер булырға тейешлеге хаҡында иҫкәртте. Үҙәк дауаханала стационарға һалмауҙары, сират ҙурлығы хаҡында һорауҙар яңғыраны. Гөлнара Латипова ауылдың медпункты иҫке генә булыуға ҡарамаҫтан, үҙенең эшенә яуаплы ҡараған фельдшер Фирүзә Сөләймәноваға рәхмәт белдерҙе. «Һеҙҙең ауылда өр-яңы модулле ФАП төҙөү ҡаралған», — тигән һөйөнөслө хәбәр еткереп, исҡужаларҙы ҡыуандырҙы. Быйыл үтәсәк «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына әҙерлек сиктәрендә клубтың тәҙрә-ишектәрен ремонтлау кәрәклеге хаҡында ветерандар советы рәйесе Нәйлә Йәмилхина әйтте.
Тәпәндәр фельдшер-акушерлыҡ пункты тәҙрәләрен яңыртып булмаҫмы тип ҡыҙыҡһынды. Йыйында ҡатнашыусылар әйтеүенсә, ел-бурандарҙа иҫке тәҙрәләр ҡойолорға ғына тора. «Сүплекте яндыралар, ел булһа, төтөн еҫенән тын алырлыҡ түгел», — тиеүселәргә янғын һүндереү часының ҡарауыл начальнигы Исрафил Мөхәмәтдинов ҡый яҡҡан өсөн яуаплылыҡ ҡаралыуы хаҡында иҫкәртте. Янғын хәүефһеҙлеге хаҡында һөйләп, ул Рауил үҙенең янғын һүндереү депоһы булған бик һирәк биләмә булыуын әйтте. Был ауыл халҡы ла машиналарҙың ҙур тиҙлектә үтеүе ҡурҡыныс булыуы хаҡында белдерҙе. Юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында видеокамералар ҡуйыу кәрәклеге әйтелде.
Дәүләтшалағы йыйында былтыр уҙған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына йомғаҡ яһалды. Сараға лайыҡлы, дәррәү әҙерләнгән дәүләтшалар район конкурсында икенсе урын алыуға өлгәште. Әүҙемлек күрһәткән Фәнүзә менән Ишбулды Дилмөхәмәтовтар, Зөлфиә, Зилә Суфияновалар, Гөлдәр Баһаува, Эльвира Кәримова, Гөлсәсәк Зәйнуллина, Сәғәҙәт Баһаув маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Район Советы секретары Булат Исламбаев ауылдың патриоты, тыуған ере яҙмышы өсөн янып-көйгән уҙаман Фәйзрахман Мостафинды 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, бүләкләне.
Ауыл халҡын борсоған проблемалар артыҡ күп түгел. Тик өр-яңы клубтың һыуыҡ булыуы, АГВ эшләмәүен әйттеләр. Ветеринар Айрат Алсынбаев төбәктә йылҡы малына чип ҡуйыу тамамланыуы, хәҙер эт-бесәйҙәргә ҡуйыла башланасағы хаҡында хәбәр итте.
Булат Юныс улы Рауил биләмәһе бар яҡтан да алдынғы булыуын билдәләп, урындағы хакимиәт башлығы Абдулхаҡ Исмәғил улына эше өсөн рәхмәт белдерҙе.
Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: