ВИЧ инфекцияһының таралыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара район комиссияһы эшендә СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге вәкилдәре ҡатнашыуы беҙҙә был афәттең тамырҙарын ни тиклем тәрәнерәк йәйә барыуы, сирҙең аяуһыҙ таралыуы тураһында аныҡ күҙалларға мөмкинлек бирҙе. Хәл хафаланырлыҡ...
СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенән бүлек мөдире Р. М. Дәүләтйәнов республикалағы һәм Әбйәлил районындағы эпидемиологик хәл буйынса мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Бөтә күҙәтеү осоронда 2019 йылдың 31 декабренә тиклем республикала ВИЧ диагнозлы 33965 кеше теркәлгән, уларҙың 10302-һе (30,3 процент) вафат булған. Әлеге ваҡытҡа 17977 ВИЧ-инфекциялы пациент иҫәптә тора, шуларҙың 1114-е иректән мәхрүм ителеү урындарында булған кешеләр, 111-е — асарбаҡтар.
Роберт Миңзаһир улы 2000 йылдан башлап алып барылған күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, республикала ВИЧ-сирлеләрҙең бермә-бер күбәйеүен, зарарланыу юғары булған төбәктәр иҫәбендә Әбйәлил районын да билдәләне. Республикала 100 мең кешегә ҡарата ВИЧ-инфекциялы 527,6 кеше тура килһә, беҙҙең районда — 397,5. 2019 йылда инфекция таралыу буйынса иң юғары күрһәткес күҙәтелгән республиканың 10 төбәге араһында, үкенескә күрә, Әбйәлил иң беренсе баҫҡысты биләй — 100 мең кешегә 144,3 сирле тура килә. Республика буйынса уртаса күрһәткес — 66,8.
Табип сирҙе йоҡтороу юлдары структураһын анализланы. 2000 йылдар башында ВИЧ-тың, нигеҙҙә, 92 процентҡа тиклем осраҡтарҙа, парентераль юл менән күсеүе күҙәтелһә, йәғни инфекциялы шприцтар аша сир наркомандар араһында киң таралһа, хәҙер күпселек енси юл (84,8 процент) менән зарарлана. Иҫәптә тороусыларҙың социаль составын ҡарағанда, доминант урынды эшләмәүсе граждандар биләй — 52,2 процент, эшләүселәр — 38,7, иректән мәхрүм ителеүселәр — 3,3, пенсионерҙар — 1,5, инвалидтар — 1,4, балалар — 1,2, асарбаҡтар — 0,6, студенттар — 0,5, мәктәп уҡыусылары — 0,2. Республикала былтыр, 2018 йыл менән сағыштырғанда, яңы тыуған сабыйҙарҙан башлап 2 йәшкә тиклемге балалар араһында ВИЧ диагнозы осраҡтары кәмегән. 2018 йылда бер йәшкә тиклемге 26 сабый сирҙе вертикаль юл менән ауырыу әсәһенән йоҡторған, 2019 йылда — 4 бала. Тимәк, йөклө ваҡытта антиретровирус терапияһын үтеп, бала тапҡанда һәм унан һуң да медиктарҙың күрһәтмәләрен теүәл үтәгәндә, сирле ҡатын һау-сәләмәт сабый тыуҙырыу мөмкинлегенә эйә. Әбйәлил районы буйынса 2018 йылда ВИЧ-статусы ыңғай һөҙөмтә күрһәткән пациенттарҙың 96,8 проценты вирусты енси, 3,2 проценты парентераль юл менән йоҡторһа, былтыр 96,2 процент — енси, 1,9-ы — вертикаль юл менән зарарланған, тағы ла 1,9 процент эпитикшереү стадияһындағы кешеләр.
Быуат сире йәшен дә, ҡартын да аямай. Күптәр уны йәштәр араһында ғына таралған тип уйлап яңылыша. Аҙғынлыҡ сире тип нарыҡлау ҙа ҡайһы бер осраҡтарҙа, бигерәк тә, тыумыштан үлемесле сиргә дусар тигән мөһөр һуғылған гонаһһыҙ сабыйҙарға һәм парҙарының хыянатсылығы ҡорбандары булған ғәйепһеҙ хәләл ефеттәргә ҡарата, урынһыҙ. Район буйынса 2019 йылда иммун дефициты вирусы 14 йәшкә тиклемге 2, 15-17 йәштәге — 1, 18-30 йәштәге — 7, 31-40 йәштәге — 18, 41-50 йәштәге 9, 51-60 йәштәге — 18, 60 йәштән өлкән 10 кешелә асыҡланған. Сирлеләрҙең 24-е бер ҡайҙа ла эшләмәүсе хеҙмәткә яраҡлы йәштәгеләр, йәғни асоциаль йәшәү рәүеше алып барыусылар. 16 кешенең эш урыны бар, артабан был исемлекте 12 пенсионер, 3 инвалид, 3 бала һәм 1 мәктәп уҡыусыһы дауам итә.
2019 йылдың 31 декабренә тиклем бөтә күҙәтеү осоронда район буйынса төрлө сәбәптәр арҡаһында 78 ВИЧ инфекциялы кеше вафат булған. Уларҙың 34-ен нәҡ ошо иммун дефициты ҡараңғы гүргә оҙатҡан. 2018 йылда 13, былтыр 18 кеше яҡты донъянан киткән.
Р. М. Дәүләтйәнов Рәсәйҙә ВИЧ афәтенә ҡаршы көрәш буйынса ҡабул ителгән 2020 йылға тиклемге осорға дәүләт стратегияһына ярашлы, республикала халыҡты иммун дефициты вирусына тикшереү буйынса маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү һөҙөмтәләренә лә туҡталды. 2016 йылда республика буйынса халыҡтың 16 проценты лаборатор тикшерелеүгә йәлеп ителһә, йыл һайын йөкләмәләр арттырылып, 2019 йылда был күрһәткес 26 процентҡа еткерелгән. Беҙҙең район буйынса маҡсатлы күрһәткес үтәлеп еткерелмәгән: билдәләнгән осорҙа анализ биреүселәр һаны 5,1-ҙән 19,4 (8713 кеше) процентҡа артҡан.
СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең Белорет ҡалаһындағы район-ара филиалы мөдире вазифаһын башҡарыусы Ю. Н. Чепайкина 2017–2019 йылдарҙа Әбйәлил районының ауыл биләмәләрендә ВИЧ-инфекцияһына бәйле эпидемиологик хәл буйынса сығыш яһаны. Инфекцияның таралыу динамикаһы был осорҙа 51,15-тән 144,33 процентҡа (100 мең кешегә ҡарата) артҡан. Юлия Николаевна һәр ауыл биләмәһе, һәр ауыл буйынса мәғлүмәттәр еткерҙе. Гәзит уҡыусылар иғтибарына миҫал өсөн бөгөн иң хәүефле ауыл биләмәләренең күрһәткестәрен килтереп үтәм. Асҡар ауыл биләмәһендә 2017 йылда — 4, 2018 йылда — 6, 2019 йылда 12 кешелә ВИЧ-инфекцияһы асыҡланған. Таштимер ауыл биләмәһендә был һандар, ярашлы рәүештә — 6, 3, 17; Амангилделә — 1, 2, 8; Дәүләттә 0, 1, 7 булған. 2017 йылда ғына эпидемиологик хәл имен булған Әлмөхәмәт, Байым, Буранғол, Гусев, Ҡырҙас, Рауил, Хәмит биләмәләрендә һуңғы ике йылда кәм тигәндә икешәр осраҡ теркәлгән. Был медицина тикшеренеүе һөҙөмтәһендә аныҡланып, рәсми теркәлгән һандар ғына. Ә ғәмәлдә уларҙың күпкә юғарыраҡ булыуы ихтимал. Сөнки сир бигерәк тә имен булмаған социаль ҡатламдар араһында аҙа.
Ю. Н. Чепайкина халыҡтың ауырыу хаҡында хәбәрҙар булмауы уларҙы ҡоралһыҙландыра тине. «Һәр ФАП-та, магазинда, башҡа йәмәғәт урындарында ВИЧ-ҡа бәйле мәғлүмәти плакаттар ҡуйылһын. Ауыл биләмәләренең электрон почтаһына беҙ ебәргән видеороликтар, иҫкәрмәләр һәм төбәктәге эпидемиологик хәл буйынса мәғлүмәттәр ябай халыҡ иғтибарына еткерелһен», — тип мөрәжәғәт итте ул биләмә башлыҡтарына.
Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табип урыбаҫары, табип-инфекционист Г. Ф. Хәлилова ҡайһы бер сирлеләрҙе эҙләп тә табып булмауы мәсьәләһен күтәрҙе. Диспансеризация үткәргәндә махсус бригада ВИЧ-ҡа анализ алыуын әйтеп, урындарҙа хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләрҙе алып килеүҙә башлыҡтарҙан ярҙам һораны.
Ауырыуҙы иҫкәртеүе еңелерәк. ВИЧ осрағында бигерәк тә профилактикаға ҙур иғтибар бүлер кәрәк. Мәктәптәрҙә ваҡытында уҡылған лекциялар, халыҡ араһында ваҡытында алып барылған аңлатыу эштәре, төрлө акциялар, саралар ғына беҙҙе оло һәләкәттән ҡурсалап ҡаласаҡ. Ә инде сиргә дусар булыусыларҙа ВИЧ-тың иртә стадияла асыҡланғаны яҡшы: мәлендә антиретровирус терапияһы алыу вирус көсөргәнешен, бүтәндәргә йоҡтороу хәүефен кәметә, ғүмерҙе оҙайта...