+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
19 Март 2020, 11:40

Республикала юғары әҙерлек режимы индерелде

Башҡортостан Хөкүмәтендә видеоконференция режимында үткән ултырышта республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн республикала юғары әҙерлек режимы индерелеүен белдерҙе.

—Беҙ был эпидемия ҡоторонған Көнсығыш менән Европа араһында урынлашҡанбыҙ һәи инфекцияның нәҡ сит илдәрҙән инеүе иҫбатланды. Бөгөнгә Башҡортостанда раҫланған коронавирус инфекцияһы юҡ.Әммә беҙҙә халыҡ-ара аэропорт барлығын, ике федераль трасса үтеүен, сит-яҡтарҙан кешенең күп килеүен иҫәпкә алғанда, хәүефһеҙлек сараларын күреү могтлаҡ, — тине Радий Хәбиров.
Юғары әҙерлек режимы сиктәрендә штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй, тирә-яҡ мөхит торошон контролдә тотоу көсәйтелә, республикаға килгән кешеләрҙә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләренең булыу-булмауы тикшерелә, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыуын иҫкәртеү буйынса оператив саралар күрелә.
Документҡа ярашлы рсепублика башлығы 250-нән ашыу кеше һәм сит ил вәкилдәре ҡатнашҡан мәҙәни, спорт, эшлекле сараларҙы үткәрмәҫкә йәки күсерергә ҡушты.
Радий Хәбиров мәктәпкәсә балалар учреждениелары ябылмаясағын белдерҙе. Улар һәм социаль учреждениелар эшләргә тейеш, әммә эпидемиологик хәл иҫәпкә алынырға тейешлегенә баҫым яһаны ул. Шулай уҡ республика етәксеһе уҡыусыларҙың яҙғы каникулын 6 апрелгә тиклем оҙайтырға ҡарар итте һәм Мәғариф министрлығына педагогик коллективтарҙы дистанцион уҡытыу варианттарына әҙерләү бурысын йөкмәтте. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына белем биреү процесын дистанцион режимға күсерергә ҡушылды.
Сит илдәрҙән ҡайтҡан кешеләргә башҡалар менән тығыҙ бәйләнешкә инмәү буйынса шарттар булдырыу бурысы ҡуйылды. Уларҙа аҙ ғына билдәләр беленеү менән тиҙ арала коронавирус инфекцияһына тест үткәрергә кәрәк.
Шулай уҡ республикала коронавирус инфекцияһының инеү һәм таралыу хәүефен кәметеү буйынса саралар күрергә ҡушты. Йәғни Башҡортсотан халҡына вирустың таралыуы теркәлгән сит илдәргә һәм Рәсәй төбәктәренә, кеше күп йөрөгән урындарға бармаҫҡа, предприятие-ойошмалар етәкселәренә эш урындарында дезинфекция ойошторорға кәңәш ителде.
Республика видеокәңәшмәһенән һуң ауыл биләмәләре башлыҡтары, район хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәрҙәре, предприятие-учреждение етәкселәре ҡатнашлығында район кәңәшмәһе үтте.
Район башлығы И. Т. Нафиҡов урында ла был тәңгәлдә штаб төҙөлөүен әйтеп, район дауаханаһы вәкилдәренә хәлде айырым контролдә тоторға ҡушты. Шулай уҡ магазиндар кәштәләрендә аҙыҡ-түлек тауарҙары булыу-булмауы ла көн һайын тикшереләсәген әйтте.
Күп халыҡ ҡатнашҡан сараларҙың ҡайһы берҙәре үткәрелмәйәсәк йәки һуңғараҡ ваҡытҡа күсереләсәген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды район етәксеһе. Мәктәптәр балаларҙы каникулға ебәрәсәк, ә башланғыс кластарҙа өйҙә ҡараусыһы булмаған осраҡта йөрөгәндәр өсөн дежур төркөмдәр эшләйәсәк, уларҙа уҡыусылар һаны 15-тән артмаҫҡа тейешлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды Илдар Таһир улы. Музыка мәктәбе, балалар-үҫмерҙәр мәктәптәре буйынса ла айырым ҡарарҙар ҡабул ителәсәк. Балалар баҡсаһы ғәҙәти режимда эшләйәсәк.
Ауыл биләмәләре башлыҡтары полиция хеҙмәткәрҙәре, участковыйҙар менән берлектә айырыуса Яҡтыгүл, Ташбулат зоналарында, ғөмүмән, һәр ауылда өй һайын йөрөп, ситтән килгәндәрҙе, ҡырға йөрөп эшләгәндәрҙе асыҡлап, иҫәпкә алыу заурлығы билдәләнде. Шулай уҡ халыҡҡа был хәүефле осорҙа үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында иҫкәрмә ҡағыҙҙары таратыласаҡ.
Читайте нас: