+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Март 2020, 17:00

Астан үлерлек түгел

Коронавирус эпидемияһына бәйле, халыҡ-араһында ығы-зығы ҡупты, кешеләр күпләп ярма, он, шәкәр һәм башҡа ризыҡ һатып ала.

Аҙыҡ-түлектән тыш, бәҙрәф ҡығыҙын, һабын кеүек йыуыныу өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе лә ҡумталап алалар. Һәм бындай күренеш беҙҙең район үҙәге өсөн дә хас күренеш. Әлбиттә, магазин кәштәләре бушау менән, унда шунда уҡ тауар яңынан тултырыла. Тик, был тауарҙарға хаҡтың бер туҡтауһыҙ артыуына килтерә. Шулай инде, тауарҙы алалар икән, тимәк, уға һорау бер һәм хаҡты магазин күпме ҡуйһа ла, ул үтәсәк.
Ошондай мәлдәрҙә нишләптер иң элек ҡарабойҙай ярмаһына көс төшә, иң элек, уны күпләп ала башлайҙар. Бөгөн район үҙәге магазиндары буйлап йөрөп сыҡҡандан һуң магазин кәштәләрендә был ярма ла, башҡа аҙыҡ-түлек тә тулыуы булыуына инандыҡ, йәғни етештереүсе аҙыҡ-түлек менән ҡулланыусыларҙы тулыһынса тәьмин итә ала тигән ышаныс тыуҙы. Шулай булғас, беребеҙгә лә хафаланырға урын юҡ һәм тоҡлап, йәшникләп аҙыҡ-түлек, башҡа тауарҙарҙы туплау кәрәкмәй тип кәңәш итәбеҙ. Өҫтәүенә, һәр нәмәнең үҙенең һаҡлау ваҡыты ла бар бит. Ҡулланыу мөҙҙәте үткәс, уны сығарып ташлағансы, күпләп алмау хәйерлерәктер.
Әлбиттә, нимәнелер һатып алыр алдынан, башта бөтә һатыу нөктәләрендә булып, хаҡтарҙы сағыштырыу зарур. Мәҫәлән, шәкәр, “Магнит һәм “Пятерочка”ла 25 һум менән булған, тик ул килгән көнөндә һатылып бөтә. Ғөмүмән, татлы ризыҡтың килоһы 32-40 һумға тиклем күтәрелгән. Башҡа тауарҙарға ла хаҡ төрлө магазинда төрлөсә.
Етештереүсе хаҡына һәр магазин хужаһы күпме теләй, шунса хаҡ ҡуя, ахырыһы... Йәғни болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоп ҡалып, байып ҡалырға теләгән сауҙагәрҙәр бар шул.
Әммә шуныһы, магазин кәштәләре бер ваҡытта ла буш тормаясағы көн кеүек асыҡ.
Читайте нас: