+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Март 2020, 12:33

Автобустар вокзалдан китергә тейеш

Зауыҡлы биләмәләр йылында район үҙәген йәмһеҙләгән күренеште бөтөрөү буйынса эш башланды.

Зауыҡлы биләмәләр йылында район үҙәген йәмһеҙләгән күренеште бөтөрөү буйынса эш башланды.

Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтендә автобустар туҡталышын күсереү буйынса һөйләшеү уҙҙы. Унда Асҡар биләмәһе башлығы Д. И. Харрасов, Белорет автовокзалы һәм бүлексәләре начальнигы Е. В. Байрамова, Сибай АТП-һы директоры В. Н. Косарев, уның урынбаҫары М. М. Ибраһимов, ЮХХДИ-ҙың дәүләт инспекторы Ә. М. Мостафин, автобус маршруттары асҡан шәхси предприятиелар хужалары ҡатнашты.

Урындағы АТП-лар юҡҡа сығып, маршруттар шәхси ҡулдарға ҡалғас, гөрләп эшләп торған автовокзал тынып ҡалды. Сөнки автобустар туҡталышы үҙәккә, халыҡтың күп йөрөгән урынына күсте. Шул ваҡыттан алып мәсет алдындағы майҙан юлаусылар йыйылған урынға әүерелде. Райондың төрлө тарафтарындағы ауылдарға, Магнитогорскиға китеүсе «Газель»дәр ошонда үҙҙәренең пассажирҙарын йыя, кәрәкле автобусты көткән ололар, бәләкәй балалы әсәйҙәр ямғыр-ҡар, ел, ҡояш аҫтында торорға мәжбүр. Ултырыр-ышыҡланыр урын юҡ, бер ниндәй шарттар ҡаралмаған. Бынан тыш, үтеп-сығып йөрөгән автобус-машиналарҙың күплеге хәүеф тыуҙыра.

Ошо проблеманы хәл итеү маҡсатында йыйылдыҡ, тип башланы һүҙҙе Д. Харрасов.

— «Урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы 131-се федераль законда билдәләнгән пункттарға ярашлы, биләмә эсендә халыҡҡа транспорт хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу һәм транспорт хеҙмәтләндереүе ойоштороу урындағы хакимиәт вәкәләттәренә инә, — тип билдәләне Дамир Иштимер улы. — Әлеге туҡталышты файҙаланыу берҙән законһыҙ, икенсенән унда пассажирҙар өсөн бер ниндәй ҙә шарттар булдырылмаған. Район үҙәгендә бөтә талаптарға яуап биргән ҙур, иркен автовокзал бар икән, ниңә шуны төп тәғәйенләнеше буйынса файҙаланмаҫҡа?

Биләмә башлығы был тәртипһеҙлекте бөтөрөү буйынса эш башланыуын, ДРСУ-ның быйыл Шайморатов урамында ике туҡталыш комплексы төҙөйәсәген, ә әлеге урында автобустарға туҡтауҙы тыйыусы билдә ҡуйыласағы хаҡында хәбәр итте. Автобустар пассажирҙарҙы автовокзалда ултыртасаҡ. Ауылдарҙан килгәндәрҙе эшләнеләсәк туҡталыштарҙа ҡалдырып, дауаханаға тиклем еткереү тәҡдимен дә әйтте биләмә башлығы.

Туҡталыш урынын вокзалға күсереү идеяһын, Белорет һәм Сибай АТП-лары етәкселеге хупланы. Был улар фекеренсә, пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип булдырырға ярҙам итәсәк. Улар автобустарға юл яғына түгел, ә вокзалдың эс яғындағы иркен майҙанға туҡтау уңайлы һәм хәүефһеҙ буласаҡ тип белдерҙе.

Район ауылдарына маршруттар асыусы эшҡыуарҙар үҙәктән автовокзалға күсеүҙе өнәп етмәне. Күптәр пассажирҙарҙы рөхсәтһеҙ ташыусыларға, йәғни «нелегалдарға» юл асаһығыҙ тигән дәлилдәр килтерһә, бәғзеләр вокзалдың халыҡ өсөн уңайһыҙ урында булыуына һылтанды. Законһыҙ рәүештә такси хеҙмәттәре күрһәтеүселәргә ҡарата саралар күреләсәге хаҡында дәүләт инспекторы Ә. Мостафин белдерҙе. Әлегә пассажирҙар элеккесә йөрөйәсәк.

— Беҙ, иң тәүҙә пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге хаҡында уйларға тейешбеҙ. Был үҙгәрештәр юл йөрөүселәргә уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында эшләнә, — тине Д. Харрасов.

Вокзалдың биләмәһен төҙөкләндереү, бәҙрәфте йүнәтеү мәсьәләләре лә күтәрелде. Белорет автовокзалы директоры Е. Байрамова Асҡар вокзалын ремонтлау хаҡында ҡарар булыуын еткерҙе.

Һөйләшеүҙә район үҙәгенең Көнсығыш биҫтәләрендә йәшәүселәргә ял көндәрендә рейстар асыу тәҡдиме ҡаралды. Шулай уҡ пассажирҙар өсөн «Алға» картаһын файҙаланыуға индереү — көн талабы булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: