-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Март 2020, 17:00

Һаҡлыҡ саралары көсәйтелә

23 марттан Башҡортостанда коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимы көсәйтелә.

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров короновирусҡа ҡаршы ҡәтғи саралар индереләсәге хаҡында хәбәр итте.

«Хәлдең торошона ҡарап, өҫтәмә сикләү сараларын индереүебеҙ ихтимал. Шуға күрә республикала йәшәүселәрҙе быны аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайым», — тип өҫтәне төбәк етәксеһе.
23 марттан бөтә кинотеатр, бассейндар ябыла. Шулай уҡ 50-нән ашыу кеше йыйылған саралар уҙғарыу тыйылды. Республикала өҫтәмә рәүештә ике обсерватор төҙөләсәк.
Читайте нас: