+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
25 Март 2020, 10:10

Вирус йоҡторғандар ҡайҙа дауалана?

Ҡурҡыныс сир республикаға килеп етте. Ауырыуҙар күҙәтеү аҫтында.#национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Коронавирус табылған өс кеше Өфө ҡалаһының йоғошло сирҙәр дауаханаһының махсус бокстарына урынлаштырылған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, улар өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Ауырыуҙарҙың бөтәһенең дә хәле тотороҡло тип баһалана.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының транспортта күҙәтеү һәм санитар һаҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Күсимова һүҙҙәренсә, Дүртөйлө ҡалаһынан 50 йәшлек ханымда һәм уның ҡыҙында коронавирус раҫланған, улар 14 мартта Европа буйлап сәйәхәттән ҡайтҡан. Өсөнсө пациент — 1951 йылғы, эш буйынса Мәскәүгә йөрөгән.
«Тәүҙә ир өйҙә дауаланған һәм дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан. Өсөнсө тест-тикшереүҙән һуң барыһының да диагноздары раҫланған», — тине республиканың Роспотребнадзор идаралығы вәкиле.
Сирлеләрҙең кемдәр менән аралашҡаны республика властарына билдәле. Уларҙың һәммәһе лә тикшерелә.
Бынан алда COVID-19 сиренә шик менән тағы 63 пациенттың республика дауаханаларында ятыуы тураһында хәбәр ителде. Бөгөн иртән дүртенсе сирле асыҡланыуы билдәле булды.
Читайте нас: