+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Март 2020, 11:40

В. Путин Рәсәй халҡына мөрәжәғәт яһаны

Ил Президенты Владимир Путин Рәсәй халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны

Уның белдереүенсә, донъяла коронавирус менән бәйле хәл киҫкен рәүештә үҫешә, был илдәрҙең иҡтисади үҫешенә янай. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, Рәсәйҙә әлегә коронавирус буйынса хәл тотороҡло, әммә уны тотошлайы менән туҡтата алмайасаҡбыҙ.
Президент шулай уҡ һәр кемгә коронавирус буйынса тәҡдим ителгән һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә, үҙ йорттарында ҡалыуҙарын һораны.
Дәүләт башлығы бер нисә тәҡдим еткерҙе:
конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү көнөн күсерергә,
киләһе аҙнаны ял көндәре итергә, әммә эш хаҡын һаҡларға,
автоматик рәүештә бөтә граждандарҙың ошоға тиклем алып килгән социаль пособиеларын һәм льготаларын ярты йылға оҙайтырға,
һуғыш ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә Еңеүҙең 75 йыллығына, бер тапҡыр биреләсәк түләмдәрҙе апрель айында эшләргә,
әсәлек капиталы алыуға хоҡуҡлы ғаиләләргә айына 5 мең һум түләргә,
эшһеҙлек буйынса пособиены 12 мең һумға еткерергә,
килемдәре 30 проценттан кәмегән граждандарҙың ипотека һәм ҡулланыу кредиттары буйынса каникул иғлан итергә.
Читайте нас: