+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Март 2020, 12:24

Башҡортостан халҡына коронавирус һәм уның эҙемтәләре тураһында нимәләр белергә кәрәк

Әлеге яҙманы әҙерләгән мәлгә Башҡортостанда яңы вирус менән сирләгән дүрт кеше теркәлде. Беҙ коронавирус тураһында билдәле иң мөһим яңылыҡтарҙы һәм был афәттең эҙемтәләрен барланыҡ.

Вирус сөскөрөү һәм аралашыу аша йоға

Вирустың һауа юлы аша ла, көнкүрештә аралашыу барышында ла йоғоуы мөмкин. Йәғни, йүткергәндә, сөскөргәндә һәм көнкүрештәге әйберҙәр аша.

Сирҙең тәүге билдәләре: юғары температура, ҡалтырау, баш ауыртыу, хәлһеҙлек, танау тоноу, йүткереү, тын алыуҙың ауырлашыуы. Ҡайһы бер осраҡтарҙа күңел болғаныу, ҡоҫоу, эс китеү. Ғәҙәттә, улар инфекция йөрөтөүсе менән аралашыуҙан һуң 14 көн дауамында беленә. Иң киң таралған хәүефле эҙемтәһе — тиҙ үҫешеүсән вируслы пневмония.

Әгәр ғаиләгеҙҙә кемдер ауырып китһә, табип саҡыртығыҙ, сирлене айырым бүлмәгә урынлаштырырға тырышығыҙ, уның менән аралашыуҙы мөмкин тиклем сикләгеҙ, торлаҡты даими елләтегеҙ, дезинфекция саралары күрегеҙ.


Был үлемесле түгел!

Кисәге көнгә бөтә донъяла ауырыусылар һаны 470 мең кеше тәшкил иткәйне, уларҙың 100 меңе йүнәлде, 22 меңе мәрхүм булды. Был көн һайын ғәҙәти киҙеүҙән, онкологиянан, СПИД-тан, хроник сирҙәрҙән үлеүселәргә ҡарағанда күпкә АҘЫРАҠ. Мәрхүмдәрҙең күбеһе — төрлө хроник сирҙәр менән ауырыусы оло йәштәге кешеләр. Балалар һәм йәштәр араһында үлем осраҡтары бөтөнләй юҡ тиерлек.


Саралар үткәреү тыйылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса юғары әҙерлек режимы иғлан итте. Төп пункт — 50-нән ашыу кеше һәм сит ил граждандары ҡатнашҡан барлыҡ сараларҙы тыйыу йәки күсереү. Спорт лигалары миҙгелде япты.

Балалар мәктәпкә

йөрөмәйәсәк

Мәктәп уҡыусыларының яҙғы каникулы әлегә 6 апрелгә тиклем оҙайтылды. Юғары уҡыу йорттары студенттары ситтән тороп уҡыясаҡ. Балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм уҡыу йорттары етәкселеге көн һайын биналарға дезинфекция үткәреүҙе һәм балаларҙың темпера-тураһын үлсәүҙе ойошторорға тейеш.

Тағы бер сара — БДИ-ны алдан биреү ваҡыты күсерелә. Әлегә имтихандарҙың күпмегә күсерелеүе билдәһеҙ. Рәсәй Хөкүмәте был йәһәттән тейешле мәғлүмәт бирелеп торасағы хаҡында белдерҙе. Шулай уҡ яҙғы хәрби саҡырылыш ваҡыты күсерелеүе лә ихтимал.


Битлектәр бер нисә сәғәт

ярҙам итә

Үҙеңде һаҡлау өсөн эшләргә мөмкин булған иң мөһим алым — шәхси гигиена ҡағиҙәләрен күҙәтеү һәм йәмәғәт һәм күмәк кеше йыйылған урындарға йөрөмәү. Ҡулығыҙҙы һабын йәки дезинфектор менән йыш йыуығыҙ, ауыҙ, танау һәм күҙ тирәһенә ҡул менән теймәҫкә тырышығыҙ, йүткергәндә һәм сөскөргәндә ауыҙ һәм танауҙы бер тапҡыр ҡулланыла торған салфетка менән ҡаплағыҙ. Йәмәғәт урындарына барғанда битлек кейегеҙ. Әгәр уны магазинда таба алмаһағыҙ, уны ғәҙәти марля туҡымаһынан дүрт ҡат итеп ҡатлап үҙегеҙ тегегеҙ.

Табиптар битлектең сирҙән тулыһынса һаҡламауы хаҡында иҫкәртә, уны даими рәүештә алмаштырып торорға кәрәк. Иҫкеләрен ташлағыҙ. Урамда йөрөгәндә битлек кейергә кәрәкмәй, саф һауа һулау файҙалыраҡ.



Туристарҙы ҡайтарасаҡтар

Бөгөн сит илдә булған Башҡортостан халҡын (улар яҡынса өс мең самаһы кеше) махсус рейстар менән ҡайтарасаҡтар.

Сәйәхәт яратыусыларға һәм сит илдәргә командировкаларға йөрөүселәргә йәйгә тиклем тыйылып торорға кәңәш итәләр. Әйткәндәй, ял өсөн популяр һаналған Төркиә, Грузия, Австрия кеүек илдәр үҙ сиктәрен япты һәм башҡа илдәрҙең самолеттарын ҡабул итмәй. Радий Хәбиров республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитетына үҙ рейстарын япҡан авиакомпаниялар менән билеттарҙы кире ҡайтарыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барырға ҡушты. Ҡытай, Көньяҡ Корея, Италия, Иран, Франция, Германия, Испаниянан коронавирус инфекцияһы йоҡтороу осрағы теркәлгән башҡа илдәрҙән килеүселәр ике аҙна дауамында өйөндә карантинда булырға тейеш.


Битлек тегә башланылар

Республика медицина битлектәре дефицитына тарығандан һуң етәкселек «Ағиҙел» предприятиеһында яңы тармаҡ асырға ҡарар итте. Унда көнөнә 3000 дана күп тапҡыр ҡулланылыуға яраҡлы битлек тегә башланылар. Улар дарыуханаларға тапшырыласаҡ.

Шулай уҡ Өфөлә, Запотоцкий урамында инфекция дауаханаһының яңы корпусын төҙөү, үпкәне яһалма тын алдырыу аппараттары һәм вирусҡа ҡаршы препараттар һатып алыу күҙаллана. Һатыусылар тарафынан хаҡты арттырмау мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә буласаҡ.


Имеш-мимешкә ышанмағыҙ!

Имеш-мимешкә ышанмағыҙ! Ҡайһы бер ахмаҡтар әле үк социаль селтәрҙәрҙә һәр төрлө әкиәт һәм мажаралы хәлдәр тарата. Һәр бер ғәҙәттән тыш хәл осрағында шулай булып ала: йә йөҙҙәрсә мең ҡаза күреүсене уйлап сығаралар, йә афәттең эҙемтәләрен аштырып-шаштырып ебәрә-ләр, йә аҙыҡ-түлек дефициты ойошторолар.

— Миңә ышанырға һәм һәр төрлө ғәйбәттән өҫтөн булырға саҡырам. Барлыҡ мәғлүмәт бар, мин уны шунда уҡ халыҡ иғтибарына еткереп барасаҡмын, — тине Радий Хәбиров.

Әгәр ышаныслы мәғлүмәткә эйә булғығыҙ килһә, шуны ла белеп ҡуйығыҙ: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы көн һайын киске сәғәт 8-ҙә брифинг уҙғара һәм ағымдағы хәл-торош менән таныштыра. Тура трансляцияны республика Хөкүмәтенең youtube-каналында ҡарарға мөмкин (тура һылтанма: pravitelstvorb.ru). Рәсәй Хөкүмәтенең коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса рәсми сайты: стопкоронавирус.рф.
Читайте нас: