+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
31 Март 2020, 17:55

Өйҙән сыҡмағыҙ!

Бөгөн сәғәт киске һигеҙҙән һуң өйҙән сығыу тыйыла. Республика тулыһынса изоляция режимына күсә.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирусҡа бәйле уҙған брифингта бындай режим шарттарында етди сәбәпһеҙ өйҙән сыҡмау хәйерле тип билдәләнде. Кисекмәҫ осраҡтар тип дауаханаға ашығыс ярҙам артынан мөрәжәғәт итеү, дарыуханаға барыу һанала. Тағы ла яҡындағы аҙыҡ-түлек, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары магазинына барырға мөмкин. Әлбиттә, маска кейеү, хәүефһеҙлек сараларын ҡулланыу мотлаҡ. Режимды боҙғандарға ҡарата яуаплылыҡ ҡаралған. Был маҡсатта урамдарҙа патруль итеү ойоштороласаҡ. Мөһим хеҙмәттәр эшләйәсәк. Һәм уларҙың эшселәре махсус пропуск менән йөрөйәсәк."Башавтотранс" өлкә-ара маршруттарҙы туҡтата. Район-ҡала араһындағы маршруттар мөмкин тиклем сикләнәсәк.
Республикала коронавирус менән сирлеләр һаны етегә тиклем етте. Яңы осраҡтар Өфө һәм Күмертау ҡалаларында теркәлгән. Шулай уҡ бөгөн был вирусҡа дусар булған ҡыҙ тулыһынса һауығып дауахананан сыҡҡан. Пациент үҙен яҡшы тоя, хәле ҡәнәғәтләнерлек.
Читайте нас: