+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
3 Апрель 2020, 10:00

Юлды яптылар

Эпидемиологик хәлгә бәйле Магнитогорск ҡалаһына юл ябылды.

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендәге юл ябылды, ЮХХДИ инспекторҙары посы дежур итә. Улар бөтә водителдәрҙе һәм пассажирҙарҙы йәшәгән урынына кире ҡайтаралар. Был Силәбе өлкәһе аша ҡайтып барғандарға һәм аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡтар ташыған йөк автомобилдәренә ҡағылмай. Магнитогорск ҡалаһында эшләүсе райондаштар үҙҙәренең хеҙмәт барып етеү өсөн юлда махсус пропуск менән йөрөргә тейеш.

Сик янына килеп етер саҡта водителдәрҙе индерелгән сикләүҙәр һәм тулыһынса үҙаллы изоляция режимы хаҡында иҫкәртәләр.



Читайте нас: