Бөгөнгө брифинг ҡыуаныслы хәбәрҙән башланды. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәр яңынан асыҡланмауы хаҡында еткерҙе. Бөгөнгө көнгә ҡарата ун кеше мәкерле вирус эләктергән, уларҙың дүртәүһе тулыһынса һауыҡҡан, станционарҙа алты ауырыу ҡалған, хәлдәре тотороҡло. Вирусҡа шик менән 103 кеше күҙәтеү аҫтына алынған, шул иҫәптән 12 бала.