-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Апрель 2020, 17:45

Өйҙә ялҡытты. Әйҙә, тышҡа!

Яҙ етте. Урамда йөрөгө килә. Саф һауаға яраймы-юҡмы?

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта бала менән урамға сығырға ярай,-тинеләр.
Сөнки күптәр тышҡа бала менән саф һауа һуларға сығырға яраймы, тип борсола. Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, мөмкин, әммә һаҡланыу сараларын күреү зарур. Белгес, беренсенән, баланы, миҙгелгә ҡарап, дөрөҫ итеп кейендерергә кәрәк, тине. Икенсенән, кеше булмаған урында битлек кейеү мотлаҡ түгел. Кешеләргә 1,5 – 2 метр яҡын килмәҫкә. Өсөнсөнән, йорттан 150 метрҙан алыҫыраҡ китергә ярамай.
Читайте нас: