«Валюта һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарға һалынған инвестицияға ҡарағанда, күсемһеҙ милек һатып алыу отошло, сөнки был объекттар юғалмай, хаҡтары тотороҡло үҫә. Хатта был нефткә ҡарағанда ла ышаныслы һәм хәүефһеҙ финанс һалыуҙар булып тора. Кешеләргә һәр ваҡыт ҡайҙалыр йәшәргә кәрәк бит», – ти Art Estate Group компанияһы управляющийы Роберт Титов. Тимәк күсемһеҙ милеккә хаҡтар артыуы мөмкин. Был турала «Башинформ» агентлығы хәбәр итә.