+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Апрель 2020, 23:45

Эшһеҙ ҡалыусылар яҡлауһыҙ түгел

Башҡортостанда 2020 йылдың 1 мартынан эшһеҙ тип танылған граждандарға юғары планка буйынса эшһеҙлек буйынса пособие түләнәсәк.

Урал коэффициенты менән пособие күләме 13949 һум тәшкил итә.
Бынан тыш, әгәр эшһеҙҙең ғаиләһендә бәлиғ булмаған балалары булһа, уларҙың һәр береһенә өс мең һум күләмендә өҫтәмә аҡса түләнәсәк. Был хаҡта бөгөн республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙам алыу өсөн мәшғүллек хеҙмәтенә иҫәпкә торорға кәрәклеген әйтте. Быны мәшғүллек хеҙмәте сайты аша онлайн башҡарырға кәрәк.
Ленара Хәким ҡыҙы Башҡортостанда 1000 кеше ошо мөмкинлектән файҙаланғанын хәбәр итте.
#өйҙәяҡшыраҡ
Читайте нас: