Районда коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдә хәүеф төркөмөндә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү буйынса #Беҙбергә акцияһы сиктәрендә ирекмәндәр штабы эшләй. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле булған һәм шулай уҡ 65 йәштән өлкән граждандарҙан мөрәжәғәттәр 8- 905-180-41-28, 8-960-806 -17-03 телефондары аша ҡабул ителә.