+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Апрель 2020, 16:40

Вирус сигенмәй

Һунғы тәүлектә коронавирус менән алты яңы осраҡ теркәлде. Был хаҡта брифингта хәбәр иттеләр.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған бөгөнгө онлайн брифингта һунғы тәүлектә генә алты яңы осраҡ асыҡланыуын әйтте Максим Забелин. Республикала бөтәһе 22 кеше вирус менән сирләй, алты кеше йүнәлгән. Стационарҙа булғандарҙың барыһының да хәле ҡәнәғәтләнерлек, табиптар бөтәһен дә эшләй. Тағы 142 кеше вирусҡа шик менән күҙәтеү аҫтында тотола. Һаулыҡ һаҡлау министры статистика менән таныштырғандан һуң республика клиник дауаханаһындағы карантин буйынса ла мәғлүмәт бирҙе. Табиптар һәм ауырыуҙар тест һөҙөмтәләрен көтә.
Башҡортостан Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак белдереүенсә, Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 1459 коронавирус осрағы теркәлгән, илдә бөтәһе 10131 кеше вирусҡа тарыған. 76 кеше үлемгә дусар булған. 698 кеше сирҙе еңә алған.
Читайте нас: