+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Апрель 2020, 14:50

Донъяны ҡый баҫты

«Эко-сити» төбәк операторының сүп-сар реформаһына ярашлы, үҙ эшмә-кәрлеген башлауына бер йыл тулды.

«Эко-сити» төбәк операторының сүп-сар реформаһына ярашлы, үҙ эшмәкәрлеген башлауына бер йыл тулды. Уҙған йылдың март айында улар район ауылдарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға тотондо. Төбәк операторы сүп-сарҙы ваҡытлыса район үҙәгендәге ҡыйлыҡҡа ауҙара барҙы. Реформа буйынса ул сүплек ер менән тигеҙләнеп юҡҡа сығырға тейеш булһа ла. «Әлегә ошонда йыябыҙ, һуңынан ташып бөтәсәкбеҙ», — тигән былтырғы тауҙай вәғәҙәләре буш булып сыҡты. Ҡоро һүҙҙәре ҡағыҙҙа ҡалды, ә бына бөтә райондан йыйылған ҡый Асҡар сүплегендә тауҙай өйөлдө. Ауылдарҙан көн дә КамАЗ-дар менән килтереп ауҙарылған бөтә хәшәрәт, бысраҡ сысҡан-ҡомаҡ ояһына әүерелде.

Яҙ етте. Ҡар иреү менән бөтә сүп-сар күренде. Бигерәк тә контейнерҙар янында ҡыш буйына йыйылған ҡый-һай, шешә, пакет, ҡағыҙҙар туп-тулы. Һәм бындай күренеш район үҙәгендә, уның биҫтәләрендә генә түгел, ауыл һайын. Бында кемде ғәйепләргә? Контейнер ҡапҡасын асып, сүп моҡсайын уның эсенә елгәрергә йыбанған кешеләрҙеме? Әллә, ваҡытында контейнерҙарҙы бушатып өлгөрмәгән «Эко-сити» хеҙмәткәрҙәренме? Һәр хәлдә, ғәйеп ике яҡта ла бар. Күптәргә сүп-сарҙы билдәле көндә йорт алдынан алып китеүҙәре уңайлы ине. Әлбиттә, был ысул да ҡайһыларға оҡшаманы. Эт-һыйыр туҙҙыра йәки машина йөрөмәй тип зарланыусылар булды. Минеңсә, әллә ҡайҙағы контейнерға ҡый ташып йөрөгәнсе, ҡапҡа янынан алып китеүҙәре һәйбәт ине. Мәҫәлән, Көньяҡ биҫтәлә берҙән-бер контейнер Р. Зорге урамында урынлашҡан. Үҙе бер ҙур ауылдай булған биҫтәгә был контейнерҙың етмәүе көн кеүек асыҡ. Ҡыш буйына ул ҡыйы ташып ултырҙы, сүп-сары эргә-тирәһенә таралып осоп йөрөнө. Ел-буран булһа, шул тирәлә йәшәүселәрҙең ҡапҡа эсенә, бөтә урамға көндәлек тормошта ҡулланыуҙан ҡалған һауыт-ҡап, ҡағыҙ, шыптырҙар тулды. Берәҙәк эттәр тоҡ-тоҡ ҡыйҙы туҙҙырҙы. Кемгәлер шуны йыйырға тура килде. Ярай, ҡыш контейнер ташып ултырһа ла еҫе сыҡманы. Хәҙер көндәр йылынғас, ул тирәгә яҡын барып булмаҫ. Контейнерҙарҙың тирә-яғы асфальтланып, кәртәләнеп алырға тейеш тип хөкү-мәт кәңәшмәһе һайын әйтелһә лә, улар ҡоро һүҙҙә генә ҡала, ахыры. Яҙғы бысраҡта контейнер янына барырлыҡ түгел, батҡаҡ булды. Ярай, хәҙер ер кипте. Әммә халыҡ был хеҙмәт өсөн ай һайын аҡса түләгәс, уны уңайлыраҡ итеү сараһын күрергә лә кәрәктер, моғайын. Был сираттағы реформа ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Һәм төбәк операторҙары үҙҙәре үк яңы эшмәкәрлеккә әҙер булмауын күрһәтте. Республика етәкселегенең быйылғы көҙгә муниципалитеттарҙа контейнерлы майҙансыҡтар әҙер булырға тейеш тигән талабы үтәлеүен көтөргә генә ҡала. Ҡыйҙы айырым йыйыу тураһында ла һүҙ бара. Тик быныһында тәртип булдырырға кәрәк әле.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: