Мәсеттәрҙә күмәкләп намаҙ уҡыуҙар ваҡытлыса туҡтатылһа ла, аҙандың тынғаны юҡ. Ә бына аҙан һәм вәғәз һуңында имамдың ауылдаштарын өйҙә ҡалырға һорауы ғәҙәти булмаған күренеш. Был халыҡты ҡурҡытыу йәһәтенән түгел, ә хәүефле сирҙән аралау өсөн булдырылған махсус сара. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, бөгөн уртаҡ килешеү нигеҙендә Башҡортостан буйынса 1200-ҙән ашыу мәсеттә урынлаштырылған репродукторҙар аша үҙ-изоляция режимы тураһында белдереүҙәр яһала. Митрополит Никон да православ диндәгеләргә каратин режимын һаҡлау хаҡында бойороҡ сығарған. Республикала йәшәгән бөтә конфессия вәкилдәре коровирусҡа ҡаршы көрәштә үҙ өлөшөн индерә. Белеүебеҙсә, 24 апрелдә мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы башлана. Билдәле диндарҙар власть вәкилдәре күрһәтмәләрен, табиптарҙың кәңәштәрен боҙмаҫҡа, ураҙа ваҡытында тәүәрих намаҙын өйҙә уҡырға, шулай уҡ күп кеше йыйып, ифтар мәжлестәрен ойоштороуҙан да баш тартырға саҡыра.