+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Апрель 2020, 22:45

Республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың хәле билдәле булды

Башҡортостан дауаханаларында коронавирус диагнозы асыҡланған 47 пациент дауалана.

Шул иҫәптән 26 сирле Өфөләге инфекция дауаханаһында ята. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса уларҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана.
Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһындағы 9 сирленең дә хәле ҡәнәғәтләнерлек тип билдәләнә. 4 пациент Дим биҫтәһенең үҙәк дауаханаһында COVID-19 вирусынан дауалана, ауырыуҙарҙың берәүһе ауыр хәлдә.
Бынан тыш Дүртөйлө, Күмертау, Сибай, Иҫәнғол, Бәләбәй, Октябрьский, Бөрө үҙәк дауаханалалары табиптары ҡарамағында ла коронаврус сирлеләр бар.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры М. Забелин әйтеүенсә, республикала COVID-19 инфекцияһына биргән тестары ыңған һөҙөмтә күрһәткән 10 кеше өйҙә дауалана, уларҙә сирҙең еңелсә үтеүе күҙәтелә.
Сығанаҡ: Башинформ
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: