+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Апрель 2020, 20:10

Яңылыҡтар ҡыуаныслы түгел

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған бөгөнгө брифингта коронавирус менән сирләгән бер кешенең үлеме хаҡында билдәле булды.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, 11 апрелдең 13.00 сәғәтенә тиклемге мәғлүмәттәр буйынса, республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 66 кеше теркәлгән, 231 кеше ошо вирусты йоҡтороу шиге менән дауаханала ята, шул иҫәптән 11 бала.
Һауығып сыҡҡандар һаны – 7. Уларҙың барыһы ла үҙен яҡшы тоя.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, төбәктә әлеге ваҡытҡа коронавирус инфекцияһына 16 992 тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән киҫкен респиратор инфекцияһы билдәләре менән 1269 кешегә, сәләмәт булған 1920 гражданға тикшереү үткәрелгән. Әлбиттә, пневмония билдәһе табылғандарҙың һәммәһе лә коронавирусҡа тикшерелә.
Донъяла коронавирус йоҡторғандар һаны - 1 682 216. Һәләк булғандарҙың иҫәбе - 102 362. Рәсәйҙә 13 584 кеше ауырый (бер тәүлектә 1667-гә артҡан). 1045 кеше һауыҡҡан, 106 сирле вафат булған.
Читайте нас: