+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
12 Апрель 2020, 23:20

Сирлеләр күбәйә

12 апрелгә Башҡортостанда COVID-19 диагнозы менән сирләүселәр һаны 84-кә етте. Һуңғы тәүлектә 18 кеше өҫтәлде.

64 сирле дауаханаға һалынған.13 кеше амбулатор дауалана, улар табиптар күҙәтеүе аҫтында. Ете кеше һауыҡҡан. Ике кеше вафат булһа, һуңғыһының үлемендә нәҡ коронавирус инфекцияһы сәбәпсе булған.Республика стационарҙарында коронавирус инфекцияһына шик булған 236 кеше күҙәтелә, улар араһында 11 бәлиғ булмаған бала ла бар.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә коронавирус йоҡтороуҙоң 2186 яңы осрағы теркәлде. Дөйөм сирләүселәр һаны 82 төбәктә 15770 осраҡҡа етте. 1291 кеше һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә 246 кеше. 130 кеше вафат булған.
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: