-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Апрель 2020, 16:40

Вирус йоҡторғандар ҡайҙан?

Коронавирусҡа тарығандар ҡайһы ҡала-район дауаханаларына һалынғаны хаҡында бөгөнгө брифингта әйтелде.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикала буйынса мәғлүмәт менән таныштырҙы. Һуңғы тәүлектә коронавирус менән сирлеләр һаны 20 кешегә артҡан, бөтәһе 149 сирле теркәлгән, 9 пациент һауыҡҡан, 5 кеше үлгән. Инфекцияға шик менән 336 кеше күҙәтеү аҫтында.
Ауырыуҙарҙың күбеһе Өфөнөң инфекцион дауаханаһында, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында, Дим дауаханаһында, Бәләбәй, Бөрө, Туймазы, Стәрлетамаҡ дауаханаларында ята. Октябрьский, Нефтекама, Күмертау, Сибай, Бүздәк, Дүртөйлө һәм Иҫәнғол дауаханаларында берәр кеше дауалана.
Асҡар үҙәк дауаханаһы етәкселеге биргән рәсми мәғлүмәткә ярашлы, беҙҙең районда коронавирус менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән. Шик буйынса тест үткәрелгәндәрҙә инфекция асыҡланмаған.
Читайте нас: