Мәсетле районында 87 йәшлек ир үлгән. Билдәләнеүенсә, өлкән йәштәге пациент шәкәр диабетынан яфаланған.
Икенсе ир Стәрлетамаҡта йән биргән. Уға 52 йәш булған, ул киҫкен лейкоздан дауаланған.
Сирлеләрҙең йәшенә килгәндә, ведомство етәксеһе М. Забелин Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы рәсми раҫланған кешеләрҙең ике процент самаһын бәлиғ булмағандар тәшкил итеүен, пациенттарҙың 85 проценты 18-ҙән 65 йәшкәсә булыуын билдәләп үтте.