Был коронавирус буйынса хәлгә вайымһыҙ кешеләрҙең күбәйеүенә бәйле.
20 апрелдән яңы пропусктар ғәмәлгә инә; Киҫкен сәбәпһеҙ урам ҡыҙырыусыларға штрафтар көсәйтелә; Йәмәғәт транспортында йәки таксиҙа йөрөүселәр мотлаҡ рәүештә маскала һәм бирсәткәләрҙә булырға тейеш. Был талапҡа буйһонмаусыларға штраф янай; Балаларға урамда йөрөү тыйыла. Улар 13-тән 18 сәғәткә тиклемге ваҡыт арауығында магазинға, дарыуханаға барып ҡайта, йорт хайуандарын йөрөтөп килә, сүп-сар сығара ала. Алыҫ юлға сығырға ярамай. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре пропуск талап итәсәк. Ашығыс осраҡтарҙа, әйтәйек, дауаханаға барыу талап ителгәндә doroga02.ru сайты аша бер автомобилгә аҙнаға ике тапҡыр юлда йөрөүгә пропуск алырға мөмкин. Социаль карантин: дүшәмбенән ҡарттар йорттары, интернаттар, балалар йорттары һәм башҡа социаль объекттар карантинға ябыла.