+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Апрель 2020, 12:30

Ололарҙың төп ярҙамсылары

Районда “Үҙеңде тап” балалар-үҫмерҙәр клубы янында ойошторолған ирекмәндәр штабы әүҙем эшмәкәрлек алып бара.

Тулыһынса үҙҡурсаланыу шарттарында бигерәк тә оло быуын кешеләренә ҡыйынға тура килә. Йә сәй-шәкәре бөтөп бара, йәки дарыуы кәрәк. Бына ошо мәлдә ярҙамға килеүсе ирекмәндәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ бөгөн. #Беҙбергә акцияһына ҡушылыусылар башҡаларға ярҙам итеү хаҡына үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя.
Районда “Үҙеңде тап” балалар-үҫмерҙәр клубы янында ойошторолған ирекмәндәр штабы әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Уның координаторы булып Г. С. Ишбулатова тора. Кисәге көндә 26 мөрәжәғәт буйынса ярҙам күрһәтелгән. Карантин осоронда штабҡа бөтәһе 73 кеше мөрәжәғәт иткән. Ауыл биләмәләрендә ирекмәндәр хәрәкәтен урындағы хакимиәт, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар етәкләй. Район буйынса 67 ирекмән онлайн уҡыу үткән.
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас: