Тәү сиратта үҙҙәренең, унан ҡала яҡындарының сәләмәтлектәренә битараф булған белекһеҙ кешеләр үҙҡурсаланыу тәртибенә буйһонмай хатта йөрөй бирә. Режимды киҫкен сәбәпһеҙ боҙоусыларҙы штрафтар ҙа ҡурҡытмай ахыры. Республика Башлығы Р. Ф. Хәбиров оператив кәңәшмәлә үҙизоляция режимын боҙған өсөн һалынған штраф артабан ул кеше дәүләт органдарына йәки башҡа ойошмаларға эшкә урынлашҡанда кире йоғонто яһаясаҡ, тип белдерҙе.