Был хаҡта ”Стопкоронавирус.рф” сайтында хәбәр ителде. Яңы осраҡтар илдең 78 субъектында асыҡланған. 6060 осраҡтың 43 процентында сирҙең клиник билдәләре күҙәтелмәгән. Шулай итеп, бөгөнгө көнгәсә ил буйынса коронавирус менән сирләү буйынса бөтәһе 42853 осраҡ теркәлгән. Пандемия осоронда 361 кеше сирҙән вафат булған, 3291 пациент һауыҡҡан. 132,3 кеше әле медицина күҙәтеүе аҫтында ҡала.