– Күреп тораһығыҙ, хәл көндән-көн үҫешә бара. Зарарланғандар һаны көн һайын арта. Был хәл беҙҙә әле дауам итәсәк, беҙ пиктан йыраҡ. Мәскәү был проблеманы өс-дүрт аҙна алдан ҡаршылағайны. Һәм унда белгестәр белдереүенсә, саҡ пикка етеп киләләр. Тимәк, беҙҙә лә әле хәлдең тамамланыуына йыраҡ. Шуға күрә коллегалар, яуаплы, етди һәм яуаплы режимда эшләүгә көйләнегеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Быға тиклем медицина фәндәре докторы Науфәл Заһиҙуллин белдереүенсә, Рәсәйҙә зарарланыу пигы 7-8 майҙа буласаҡ һәм платоға сыға башлаясаҡтар. Плато бер-ике аҙна һаҡлана һәм шунан яйлап кәмеүгә китәсәк. Мәскәү менән Санкт-Петербург пикты тиҙерәк үтәсәк, ә төбәктәр яйыраҡ. Шулай булғас, әле генә сир үтеп китәсәк тип өмөтләнергә иртәрәк.