+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Апрель 2020, 00:15
Кредит түләүҙе еңеләйтеп буламы?
Коронавирус сире халыҡтың физик сәләмәтлегенә генә түгел, финанс хәленә лә етди йоғонто яһаны. Күптәргә кредит түләү ауырлашты.
Бурысҡа батмайым тиһәң, финанс ойошмаһынан кредиттың структураһын үҙгәртеүҙе йәки кредит каникулы һорарға мөмкин. Финанс мәҙәниәте (
fincult.info
) сайтында был турала ентекле мәғлүмәт бирелә.
Был сайттағы "Бурысҡа алыу" бүлегендә "Кредиттар һәм заемдар буйынса бурыс" тигән киҫәк бар. Унда коронавирус осоронда кредит каникулын алыу мөмкинлеге тураһында әйтелә. Сайтта "Ниндәй кредиттар буйынса һәм күпме ваҡытҡа каникул бирелә?", "Ҡайһы осраҡта каникулға иҫәп тоторға була?", "Ғаризаны нисек тапшырырға?", "Кредит каникулы осоронда бурысты бөтөнләй түләмәҫкә мөмкинме?", "Киләсәктә бурысты нисек ҡайтарырға тура киләсәк?", "Кредит каникулын нисә тапҡыр алырға була?", "Бурыстың структураһын нисек үҙгәртәләр?", "Бурысты түләргә аҡса булып та, уны онлайн күсерә һәм өйҙән сыға алмағандарға нимә эшләргә?", "Коронавирус менән сирләп, түләүҙе ваҡытында күсерә алмаған кешеләргә штраф һалынамы?" тигән һорауҙарға яуап таба алаһығыҙ.
#өйҙәЯҡшыраҡ
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы