+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Апрель 2020, 10:00

Путин ярҙам етерлек килеүен билдәләне

Америка һәм Ҡытай Рәсәйгә ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Владимир Путин илдәге санитар-эпидемиология хәле буйынса белгестәр менән онлайн кәңәшмә уҙғарҙы. Президент коронавирустан һаҡланыу саралары тураһында байтаҡ ҡына һандарға туҡталды. Был йәһәттән ил сәнәғәте етештереү күләмен арттыра. Сит илдәрҙәге партнерҙарҙың тауарына ла ихтыяж бар.

Миҫалға Путин Ҡытайға ебәрелгән битлектәр тураһында иҫкә төшөрҙө: беҙ уларға февралдә ике миллион маска ебәргәйнек, әле уларҙан 150 миллион дана килгән.

-Үҙебеҙҙә лә битлектәрҙе күп етештерә башлағанбыҙ. Тиҙҙән тәүлегенә 7,5 миллион медицина битлеге тегеләсәк. Шуға өҫтәп, бәләкәй предприятиелар ҙа тегә. Йәғни ҡытлыҡ булырға тейеш түгел. Һаҡланыу костюмдарын тектек, һатып та алдыҡ - тине Президент. - Майға тәүлегенә 100 меңдән ашыу етештереләсәк. Өҫтәп Ҡытайҙан ике миллион махсус кейем килде.

Респираторҙар ҙа етәсәк. Ҡытай 2,5 миллион һатҡан. Тағы шул күләмдән күберәк ебәрәсәктәр. Үҙебеҙҙә тәүлегенә 280 мең дана эшләнә.

Антисептиктар, Путин белдереүенсә, импортһыҙ ҙа етә.

Италияға ярҙам ебәргәйнек, ә унан беҙгә ИВЛ (үпкәләрҙе яһалма тын алдырыу аппараты) эшләү өсөн датчиктар килә.

Америкаға ярҙамға бер нисә самолет юлланыҡ. Президент унан шул уҡ ИВЛ өсөн ҡорамалдар алыуыбыҙҙы белдерҙе.

Бына шулай, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, мәкерле сирҙе еңеп сығырбыҙ.

Читайте нас: