Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уҙғарған брифингыла коронавирус буйынса һуңғы тәүлектәге үҙгәрештәр әйтелде. Кисәге көндән алып тағы 33 сирле асыҡланған. Бөтәһе республикала 455 кеше йоғошло ауырыуға тарыған тине министр Максим Забелин. 57 кеше һауыҡҡан. Стационарҙа 246, амбулатор шарттарҙа 86 сирле дауалана. Иң күп ауырыуҙар Өфөлә - 188, Бәләбәйҙә -42, Туймазыла - 17. Беҙгә күрше Сибай, Учалы, Белоретта сирлеләр асыҡланған. Бөгөнгө көнгә Әбйәлилдә коронавирус менән ауырыусылар юҡ. Мәкерле ауырыу беҙҙе урап уҙһын тип теләйек.