Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр һаны 490 кешегә етте. Тәүлек эсендә тағы ла 35 кешелә сир асыҡланды.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 25 апрелгә 272 кеше стационарҙарҙа дауалана. Уларҙың 28-енең хәле ауыр тип баһалана. 20 пациент ИВЛ аппаратына тоташтырылған. 145 кеше амбулатор дауаланыу үтә. Һуңғы тәүлектә һауыҡҡан 2 кеше дауаханан сыҡҡан.
Рәсәй буйынса COVID-19 сиренә шик булған 168 мең кеше медиктар күҙәтеүе аҫтында ҡала.