Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендә беренсе вице-премьер рәйеслеге аҫтында видео-кәңәшмә уҙҙы.
– 4 майҙан республикала йәмәғәт урындарында битлекһеҙ йөрөү тыйылды. Шул уҡ ваҡытта махсус режим индерелеүе коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу мәсьәләһендә контроль юҡлығын аңлатмай, – тине Андрей Назаров. – Беҙ был процесты иғтибар аҫтында тотабыҙ. Ауылдар һәм ҡалалар сүп-сарһыҙ, таҙа булырға тейеш.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары контейнерҙары ваҡытында сығарылмау осраҡтары билдәле. Төбәк операторҙары 12 майға тиклем етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә вәғәҙә итте.
Төбәк операторы иҫәбенә халыҡтан килгән түләмдәр уртаса 19 процентҡа кәмегән. Шул арҡала рейстар һанын кәметергә тура килгән, ремонт һәм яғыулыҡ өсөн аҡса етмәй тип аҡланды операторҙар.
– Бындай сәбәп булырға тейеш түгел, сүп-сарҙы ваҡытында сығарырға кәрәк, – тип билдәләне премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
Кәңәшмәлә шулай уҡ “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу һәм юлдарҙы ремонтлау мәсьәләләре ҡаралды. Был эштәр ҙә муниципалитеттарҙа тейешле күләмдә башҡарылырға тейеш.