Был хаҡта дәүләт башлығының пресс-секретары Д. Песков белдерҙе.
28 апрелдә Путин хөкүмәткә, Роспотребнадзорға һәм эшсе төркөмгә 5 майға тиклем 12 майҙан илде сикләү сараларынан эҙмә-эҙлекле этаплап сығара башлау критерийҙарын һәм параметрҙарын әҙерләргә ҡушҡайны.
4 майҙа Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова Рәсәй коронавирус эпидемияһына бәйле сикләүҙәрҙән этаплап баш тарта башлаясаҡ, тип хәбәр итте. Әммә дарыуҙар һәм вакцина әҙер булғансы ҡайһы бер сикләүҙәр ҡаласаҡ әле. Иң аҙаҡ күмәк кешеләр ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыуҙы тыйған сикләүҙәр алынасаҡ. “Был "финал нөктәһе” буласаҡ”, -ти Анна Попова.