Cамолет бортына иң башта санитар табиптар һәм аэропорт вәкилдәре күтәрелде. Пассажирҙарҙың тән температураһын тикшергәндән һуң, трап янында көтөүсе атвобустарҙа вахтасылар обсерваторға оҙатылды.
Рейсты хеҙмәтләндереүсе аэропорт хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәй, улар шәхси һаҡланыу сараларын менән тәьмин ителгән. Пассажирҙарҙың багажына, шулай уҡ самолетҡа джезинфекция башҡарылған.
БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов билдәләүенсә, республикала бөгөнгө көнгә 1210 вахтасы ҡайтарылған. Алдағы өс көндә 140-шар кеше менән тағы ла өс бортты ҡаршы аласаҡтар.