+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
12 Май 2020, 02:10

Үҙҡурсаланыуҙан сыға башлайбыҙ, әммә битлек режимы көсәйтелә

Республика Башлығы Радий Хәбиров ғәмәлдәге изоляция режимына бәйле ҡайһы бер сикләүҙәрҙе бөтөрҙө.

Халыҡҡа ирекле йөрөү рөхсәт ителә. Санитар нормаларҙы күҙәткәндә парктарҙа, скверҙарҙа, балалар майҙансыҡтарында йөрөргә мөмкин. Битлек режимы көсәйтелә. Республика етәксеһе был туралағы указға ҡул ҡуйҙы.
Бәғзе бер предприятие һәм ойошмаларға эшләү тыйыла әле. Улар халыҡ күпләп йыйылған урындар – кинотеартҙар, бассейндар, фитнес-клубтар, музейҙар.
Аҙыҡ-түлек булмаған кибеттәр асыла. Ләкин санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү талап ителә. Эшләй башлаусы предприятиелар һәм рөхсәт ителгән эшмәкәрлек төрҙәре исемлеге яҡын арала билдәле буласаҡ.
Юлдарҙа ирекле йөрөү рөхсәт ителде. 12 майҙан “дорога02” сайты ғәмәлдә түгел.
Урамда йөрөү ваҡыты 65 йәштән өлкән граждандарға һәм хроник сирлеләргә 18 сәғәттән иртәнге алтыға тиклем билдәләнде.
Мәктәп уҡыусыларына 20 сәғәттән иртәгәһе көндөң 14 сәғәтенә тиклем урамға сығырға ярамай.
Йәмәғәт транспортында, магазиндарҙа, банкыларҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында, урамдарҙа битлек режимын күҙәтеү буйынса контроль көсәйтелә. Оҙаҡ ваҡыт битлектәр ярҙамында вирустан һаҡланырға тура киләсәк әле.
Читайте нас: